

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улыбыҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ Вәкил Фәсхетдин улы БИКМАЕВты 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырышып донъя көтә, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәй.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙҙең менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта ғүмер итеүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән әсәйең Мәҙинә, атайың Фәсхетдин, тормош иптәшең Рәмилә, улдарың Рәмил менән Вәсил.