Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Августа 2023, 09:25

60 йәш - матур ғүмер

Илшат СӘЙФЕТДИНОВты ҡотлайбыҙ!

60 йәш -  матур ғүмер
60 йәш - матур ғүмер

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ - Илшат Ришат улы СӘЙФЕТДИНОВты - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һин туғандарың өсөн үрнәк булырҙай абзый ҙа, балаларың өсөн ҡайғыртыусан әтей, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан, ҡәҙерле олатай ҙа.
Һиңә Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, борсоу-мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Киленебеҙ, еңгәбеҙ - Нәзилә Сәмиғулла ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын!
60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Ғүмер үтә тиә, иң мөһиме,
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте дөрләһен.
Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.
Иң изге теләктәр менән туғандарың Ринат, Гөлнара, Радик, Лилиә, Илдар, Зөһрә, Айгөл, Альберт.

Автор:
Читайте нас: