Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен

Улымды ҡотлайым!

Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһенЙәшәү дәрте һис тә һүнмәһен
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле улым Илшат Ришат улы СӘЙФЕТДИНОВты 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым!
60 йәш ул ир-егеткә ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, киләсәктә лә уңыштар, ғаилә именлеге, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, беҙгә терәк-таяныс булып, ҡыуандырып, мул тормошта, Нәзилә килен менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйем.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән әниең Миңнинур.

Автор:
Читайте нас