

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө ҡыҙым, ҡәҙерле апайым, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле әсәйем – Лиана Юлай ҡыҙы БОҪТОБАЕВАны йәшлегенең матур байрамы - 25 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, ошо матур байрамыңда, һиңә
ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет- шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшә. Күңел тыныслығында, яҡындарыңдың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле,ярҙамсыл,аҡыллы булып ҡал.Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк.
Ҡотлау менән әсәйең Лилиә, мырҙаң Динислам, тормош иптәшең Руслан, улың Арслан.