

Яманһары ауылы
Ҡәҙерле абзыйҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ Айҙар Рәшит улы ДӘҮЛӘТШИНды – 50 йәшлек һәм Урал Рәшит улы ДӘҮЛӘТШИНды – 55 йәшлек юбилейҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙе күркәм ғүмер байрамдарығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлап, күңел түребеҙҙәге иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Уңған, хәстәрлекле, ярҙамсыл, асыҡ күңелле яҡындарыбыҙға - ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың изгелектәрен, шатлыҡ - ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта, тормош иптәштәрегеҙ менән бәхетле оҙон ғүмер кисерергә насип булһын. Һәр ваҡыт та әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, ихтирамға лайыҡ булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәгеҙ.
Ҡотло булһын матур юбилейығыҙ,
Юлдарығыҙға ынйы һибелһен.
Тормошоғоҙҙоң атҡан алһыу таңы,
Бөтмәҫ бәхет көнө килтерһен!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән һылыуығыҙ Резеда, кейәүегеҙ Алмаз, мырҙағыҙ Мирас, киленегеҙ Гөлнур һәм уларҙың балалары Илдар, Артур, Линар, Вилдан, Ләйсән.