

Бәләкәй Муса ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ - Клара Зәйнетдин ҡыҙы ҒАЙСИНАны күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!!!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, йомарт, уңған, изге йөрәкле яҡыныбыҙҙы эшендә лә, туғандары араһында ла бик яраталар һәм хөрмәт итәләр.
Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, киләсәктә лә беҙгә ныҡлы терәк булып, аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмил, ҡыҙың Рәсимә, кейәүең Линар, улың Рөстәм.