Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Сентябрь 2023, 05:54

Тормошобоҙ һинең менән матур

Рәмзиә БИКМАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Тормошобоҙ һинең менән матурТормошобоҙ һинең менән матур
Тормошобоҙ һинең менән матур

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле әнейебеҙ - Рәмзиә Мостафа ҡыҙы БИКМАЕВАны иң күркәм юбилейы - 75 йәше тулыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Әнейебеҙ ғүмерен йәштән үк балалар баҡсаһына бағышланы. Ул 35 йыл Яҡшымбәт ауылы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул алсаҡ йөҙлө, сабыр холҡло һәм уңған кеше.
Әтейебеҙ, Бикмаев Фәрхетдин Ғилметдин улы менән 45 йыл бергә татыу йәшәп, беҙҙе, 4 баланы, үҫтереп төплө белем бирҙеләр һәм матур итеп туйҙар яһанылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ, сирләгәндән һуң, мәрхүм булды. Әнейебеҙ тормош һынауҙарына бирешмәйенсә матур итеп донъя көтә, ҡош-ҡорт аҫрай һәм иҫ киткес баҡсалар үҫтерә.
Әней! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, ауырымай-һыҙланмай, балаларыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Тыуған көнөң, Әней, алып килһен,
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар.
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандан,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙың Гөлнур, кейәүең Руслан һәм ейәнең Азамат Рахматуллиндар.

Автор:
Читайте нас