Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Сентября 2023, 15:38

Таңдар алып килһен һиңә шатлыҡ

Серик ӘХМӘТОВты ҡотлайбыҙ!

Таңдар алып килһен һиңә шатлыҡ
Таңдар алып килһен һиңә шатлыҡ

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улым, әтейем, туғаным, ҡәйнешем, абзыйыбыҙ Серик Кинйәғәли улы ӘХМӘТОВты - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, туған йәнле блған ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай, хеҙмәтең менән матур булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-көҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Ғүмер үрҙәреңә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да,
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын,
Тыуған көндөң һәр бер таңында!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек бары шатлыҡтар.
Изге теләктәр менән әнейең, ҡыҙың Самира, апайың Сәлимә, еҙнәң Юлай һәм туғаның Салауат.

Автор:
Читайте нас: