Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Сентября 2023, 09:00

Һин беҙгә оло терәк

Зөлфиә ИСХАҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин беҙгә оло терәк
Һин беҙгә оло терәк

Яңы Юл ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, ҡәҙерле әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зөлфиә Ғәлийән ҡыҙы ИСХАҠОВАны күркәм байрамы – 50 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Fүмер миҙгеленең матур байрамында ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Хоҙай сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ғаилә бәхетенән айырмаһын. Балаларыңдың, ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә лә йәшә.
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур.
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марат, ҡыҙҙарың Гүзәл, Зилә, Юлиә, кейәүҙәрең Илдар менән Илдар, ейәнсәрҙәрең Эльнара, Сафия, Әдилә.

 
Автор:
Читайте нас: