Все новости

Йылмай һин – бәхетле бул!

Инира ЗӘБИРОВАны ҡотлайбыҙ!  

Йылмай һин – бәхетле бул!
Йылмай һин – бәхетле бул!

Яҡут ауылында йәшәүсе, ауылдашым, киленем - ЗӘБИРОВА Инира Минибулат ҡыҙын - 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәремде юллайым!
Һөйөклөбөҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Ҡотлау менән Нурия апайың

Автор:
Читайте нас в