Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Сентября 2023, 08:36

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин

Зөлфиә АҠҺАРОВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зөлфиә Рубис ҡыҙы АҠҺАРОВАны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Раил, ҡыҙҙарың Гөлфиә, Гөлназ, кейәүҙәрең Айтуған, Рәмзил, ейәнсәрҙәрең Самира, Залина, Йәсминә.

Автор:
Читайте нас: