Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Сентября 2023, 08:24

Бергә-бергә оҙон ғүмер кисерегеҙ

 Зөлфиә АҠҺАРОВАны ҡотлайбыҙ! 

Бергә-бергә оҙон ғүмер кисерегеҙ
Бергә-бергә оҙон ғүмер кисерегеҙ

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле еңгәбеҙ, килендәшебеҙ, инәйебеҙ Зөлфиә Рубис ҡыҙы АҠҺАРОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ! 
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы тормош ипәтше, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә, иҫәнлектә-именлектә Раил абзыйыбыҙ менән бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнештәрең Әлмир, Румил, Йәмил, килендәштәрең һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: