Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Сентября 2023, 08:42

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Зөлфиә АҠҺАРОВАны ҡотлайбыҙ.

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле апайым, ҡәйенбикәм, инәйебеҙ Зөлфиә Рубис ҡыҙы АҠҺАРОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ошо байрамыңда һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - нурлы, күңелең - тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Ябай, сабыр, оло йәне бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Зилә, кейәүең Зариф һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: