Яратҡан туғаныбыҙ АЙТУҒАНОВА Ләлә Фәйзрахман ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!!!
Уға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡыуаныслы -шатлыҡлы оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул.
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Тыуған көнөң менән ,туғаныбыҙ!
Иман нуры, шәфҡәт- миһырбанлыҡ
Юлдаш булһын һиңә мәңгелек!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Оҙон ғүмер һиңә, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Апаһы Зөлфирә, һылыуҙары Зөлфиә, Земфира, кейәүе Ринат, мырҙалары Азат, Айҙар, Камил.