Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Сентября 2023, 10:09

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!

Яҡут ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ Исламғолова Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙын
күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 
Әнәй, бөгөн һинең тыуған көнөң - иң дәртле, иң сағыу, иҫ китмәле шәп, матур, күңелле байрамың!
Һине ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ - гел шулай көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле, сәләмәт булып ҡал!!!
Уй теләктәрең киң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын!!!
Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы - хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ! Беҙ һине яратабыҙ!!!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Иң изге теләктәр менән улдарың Фәнил, Илгиз, ҡыҙың Айһылыу, кейәүең Илнур, киленең Гөлфиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Лиана, Амелия, Кәрим. 

Автор:
Читайте нас: