Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Сентября 2023, 09:16

Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Фәнил ҒӘҘЕЛШИНды ҡотлайбыҙ!

Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Абдул ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Фәнил Йәүҙәт улы ҒӘҘЕЛШИНды - 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
55 йәш ул ир-егеткә ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына.
Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, киләсәктә лә уңыштар, ғаилә именлеге, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, беҙгә терәк-таяныс булып, ҡыуандырып, мул тормошта, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән hине яраткан тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүең, ейәндәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: