Түбәнге Баба ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө апайыбыҙ – Таңһылыу Рәүил ҡыҙы БИКБАЕВАны матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы ла бергә йыйып, берләштереп йәшәй. Уның туған йәнле, шаян, ихлас күңелле булыуына, алсаҡ йөҙлөлөгөнә таң ҡалырлыҡ.
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, яҡындарыңдың иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Һин булғанға беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ!
Байрамыңда иңдәреңдән ҡосоп,
Килә һине ҡотлап үтәһе,
Килә һиңә бәхет кенә теләп,
Матур һүҙҙәр генә әйтәһе.
Иң изге теләктәрең менән һылыуҙарың Айһылыу, Гөлсирә һәм уларҙың балалары.