Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Сентября 2023, 09:02

Байрамың ҡотло, донъялар имен булһын!

Асия САРБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Байрамың ҡотло, донъялар имен булһын!
Байрамың ҡотло, донъялар имен булһын!

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, һөйөклө әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ - Асия Миниғәли ҡыҙы САРБАЕВАны күркәм байрамы - тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ! Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, намыҫлы хеҙмәтең менән үткән ғүмер юлың оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, атайыбыҙ менән, дуҫтар, туғандар ихтирамында, беҙ – балаларың игелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Тыуған көнөң менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Эльвира, кейәүең Фәһим һәм ейән-ейәнсәрҙәрең

Автор:
Читайте нас: