Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Сентября 2023, 08:53

Беҙ һине яратабыҙ

Самат МӘҠСҮТОВты ҡотлайбыҙ!

Беҙ һине яратабыҙ
Беҙ һине яратабыҙ

Өфө ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ - Самат Фәрғәт улы МӘҠСҮТОВ - 50 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә шулай матур пар булып, ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарыбыҙ менән бергәләп, бер-беребеҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Альбина һәм балаларың Азамат, Сабина.

Автор:
Читайте нас: