Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Сентября 2023, 09:16

Етмеш йәшең — Хоҙай бүләге

Малик ЯҠУПОВ ғүмеренең күркәм байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй!

Етмеш йәшең — Хоҙай бүләге
Етмеш йәшең — Хоҙай бүләге

Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ - Малик Ғибадрахман улы ЯҠУПОВ ғүмеренең күркәм байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерле әтейебеҙ, ихлас күңелдән һине тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле әтейҙәр бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Үҫтерҙең, кеше иттең, барыбыҙ ҙа мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә әнейебеҙ менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта ҡартайырға насип булһын үҙегеҙгә!
Бөгөн һинең юбилейың, әтей!
Етмеш йәшең — Хоҙай бүләге.
Һин һалыусы ошо йорт нигеҙен,
Әней өсөн тормош терәге.
Һин өйрәттең үҙ үрнәгең аша,
Был тормошта йәшәү серҙәрен.
Күпме наҙ һәм һөйөү һыйҙырған бит
Беҙҙе уйлап типкән йөрәгең.
Бер ҡайсан да ауыр һүҙ әйтмәнең,
Кәңәштәрең булды үтемле.
Шуғалыр ул, йәшәйбеҙ беҙ, әтей,
Ҡыҙартмайынса һинең битеңде.
Абынғанда, яйлап аңлатаһың,
Сабыр төбө алтын икәнен.
Һин тамыры булһаң, беҙ тармағы,
Ергә берегеп үҫкән имәндең.
Етмеш йәш ул ирҙәр өсөн бары
Ҡартлыҡ осороноң яҡты яҙҙары.
Әле алда шаулап торған ғүмер,
Ейәндәрҙең күңел наҙҙары.
Рәхмәт әтей, һиңә барыһы өсөн.
Тәрбиәңә, биргән наҙыңа.
Күңел тыныслығы юлдаш булһын
Ҡартлығыңдың яҡты яҙында.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәрйәм, балаларың Венера, Венер, Мөнирә, Мөнир, Юнир, кейәүҙәрең Андрей, Ринат, килендәрең Айгөл, Алина, Гөлфиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: