Өфө ҡалаһы
Ҡәҙерле класташыбыҙ Самат Фәрғәт улы МӘҠСҮТОВты - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, уңған, сабыр йөрәкле класташыбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъяларын нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
Юбилейың һинең ҡотло булһын,
Йәшәгән һайын йәшәү дәртең артһын.
Сәләмәт булһын һинең йөрәгең,
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын.
Бәхет, шатлыҡтарға күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙер хөрмәттәргә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек гөл булып.
Иң изге теләктәр менән класташтарың исеменән дуҫың Илдус Хәйбуллин.