Ҡәҙерле Гөләмзә апай!
Һине олы байрамың— 55 йәшлек юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, ак бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәнсәрҙәреңден күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын.
Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә.
Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!
Ҡыуаныстар артып торһон
Бәхеттәр килһен йөҙөп.
Яҡындарың һөйөнһөндәр
Йәшә йылмайып, көлөп.
Гөлләмәләр бүләк итәм
Һинең илле биш йәшеңә.
Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ,
Теләйем кәйеф һиңә.
Азат еҙнә менән тигеҙ
Тормош юлын үтегеҙ!
Илле биш йәшкә еткәнһегеҙ
Йөҙ йәшкә лә етегеҙ!
Ҡотлауҙар менән Мөнир мырҙаң, Илүзә киленең һәм уларҙың балалары.