Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Сентябрь 2023, 14:38

Тыныс булһын һәр саҡ күңелең

Сәлимә НИҒМӘТУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Тыныс булһын һәр саҡ күңелең
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең

Өфө ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙым, һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, апайыбыҙ Сәлимә Кинйәғәли ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте, донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт- дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Ғүмер миҙгелдәреңде ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен. Баҫҡан аҙымдарың ныҡ, эштәрең һәр саҡ уң, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын!
Бәхет шишмәләрең тулып аҡһын,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яңдарыңда булһын пар ҡанатың,
Гел шатлыҡта үтһен көңдәрең.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, тормош иптәшең Юлай, улың Салауат, мырҙаң Серик һәм уның ҡыҙы Самира.

Автор:
Читайте нас