Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Сентябрь 2023, 09:02

Тормош йәмле тик һин булғанға!

Эльвира ВӘЛИДОВАны ҡотлайбыҙ!

Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Ялсыҡай ауылы
Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әнейебеҙ, ҡәйнәм һәм өләсәйебеҙ - Эльвира Илшат ҡыҙы ВӘЛИДОВАны
күркәм байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Әней, бөгөн һинең тыуған көнөң - иң дәртле, иң сағыу, иҫ китмәле шәп, матур, күңелле байрамың!
Һине ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ - гел шулай көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле, сәләмәт булып ҡал!!!
Уй теләктәрең киң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын!!!
Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы - хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ! Беҙ һине яратабыҙ!!!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәһим, ҡыҙҙарың Дилә, Лилиә, Нәркәс, Айсинә, улың Айназ, кейәүең Эльвир һәм ейәнсәрең Самира.

Автор:
Читайте нас