Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле әтийебеҙ, ҡартатайыбыҙ Юнир Әхмәт улы МӨЛӨКОВты күркәм юбилейы 85 йәше менән бар йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең әтийебеҙ татар Аллабирҙеһе ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Иң яуаплы һөнәр һайлаған ул. Бик оҙаҡ йылдар Яңы Мораптал дауаханаһында врач-терапевт булып эшләне. Эшен яратты һәм намыҫлы башҡарҙы. Әтийебеҙ кешелекле, кеселекле, туған йәнле кеше. Ул беҙҙең уңыштарға шатлана, һәр ҡайһыбыҙға үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә. Беҙ уға мең рәхмәтлебеҙ. Әтийебеҙҙе барлыҡ туғандар, ауылдаштар, балалары, ейән- ейәнсәре ихтирам итә һәм ярата.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡояштай оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Атай йорто - иң бәхетле нигеҙ,
Иркен асыла уның ҡапҡаһы.
Ихатаһы нурлы,табыны тулы,
Бәхет менән балҡый тирә-яғы.
Беҙ теләйбеҙ һиңә теләктәрҙең изгеһен.
Сәләмәтлек бирһен Хоҙай,
Ҡайғы ишек ҡаҡмаһын.
Аҡ бәхеттәр асып керһен
Беҙҙең йорттоң ҡапҡаһын.
Иң изге теләктәр менән Илдар улың менән Гөлзиә киленең, ейәнсәрең Инзира менән Сергей кейәүең, ейәнең Айрат менән Алина һәм бүләләрең.