

Күмертау ҡалаhында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ ИҘРИСОВ Юнир Ғабдрафиҡ улы 25 сентябрҙә үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Һиңә иң беренсе бөтмәҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡындарыңды ҡыуандырып, беҙгә йәм өҫтәп, әсәйебеҙ менән бергә ғүмер кисереүегеҙҙе дауам итегеҙ. Еңел булмаған эшеңдә уңыштар теләйбеҙ, Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын, һәр бер юлыңды фәрештәләр оҙата килһен. Һәм тағы ла һиңә ҡояшлы, нурлы көндәр теләйбеҙ! Һәр яңы көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын, һәр тотонған эшеңдә еңеллектәр насип итһен! Туған-дуҫтарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ярҙамын тойоп, наҙлы һүҙҙәрен ишетеп кенә йәшәргә яҙһын. Ә беҙ, һин тип өҙөлөп торған балаларың һәр ваҡыт һинең яныңда булырбыҙ, һаҡларбыҙ!
Арҡаланыр терәк - атай,
Һәp саҡ беҙ тип тырышты.
Ҡайнар йөрәк хисе менән
Беҙ бит hиңә бурыслы.
Беҙ ҙә hиңә ашығабыҙ
Ҡолас йәйеп ярҙамға.
Иң бәхетле кешеләр беҙ -
Был донъяла hин барҙа.
Иң изге теләктәр менән: ата-әсәйең, тормош иптәшең, балаларың hәм барлыҡ туғандарың.