

Абдул ауылы
Тәбиғәттең алтынға күмелгән мәлендә, матур көҙ көнөндә ғаиләлә беренсе бала булып улыбыҙ, абыйыбыҙ Камил Роберт улы ХӨСӘЙЕНОВ донъяға килә.
Ҡәҙерле улым, абый, һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт, игелекле һәм тәүфиҡлы бул! Уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Ауырмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ҡатының Зөлфирә менән оҙон ғүмер итеүеңде, ғаилә шатлығы теләйбеҙ! Барлыҡ хыялдарың һәм теләктәрең тормошҡа ашһын! Ғүмереңдең һәр миҙгеле мөхәббәт, сәләмәтлек һәм муллыҡта булһын. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!!!
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән әниең һәм туғандарың.