Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Сентябрь 2023, 03:47

Хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ

Рәмил МӨЬМИНШИНды ҡотлайбыҙ! 

Хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙХөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ
Хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ
Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Рәмил Рафаил улы МӨЬМИНШИНды ғүмеренең күркәм байрамы -65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле атай һәм олатай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, тынғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәфисә, ҡыҙҙарың Гөлназ, Айгөл, кейәүҙәрең Альберт, Кирилл, ейәнсәрең Амилия, Дарина.
Автор:
Читайте нас