

Ҡәҙерле һәм яратҡан улыбыҙ, туғандарының хәстәрлекле абзыйы - Айҙар Азат улы ҠОТЛОМБӘТОВты йәшлек байрамы - 17 йәше тулыу менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, тырыш, ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашып торһон, яҡындарың менән бергә бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Һине ғәжәп тормош көтә,
Алдарыңда юлдың оҙоно.
Һандуғастар бары юлдаш булһын,
Осрамаһын ине ҡоҙғоно.
Бер ҡасан да ҡаушап ҡала күрмә,
Юлдаш булһын һиңә һиҙгерлек.
Хыялдарың ысынға ашҡан мәлдә
Ҡалдырмаһын һине өлгөрлөк.
Балам, бөгөнгөләй гел йылмайып йәшә,
Күңелеңдә нурҙар уйнаһын.
Тормошоңда бәхет юлдаш булһын.
Ауырлыҡтар hис тә тойма һин.
Иң изге теләктәр менән атайың, әсәйең, туғандарың