Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
29 Сентябрь 2023, 04:13

Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Фирҙәт ӘХТӘМОВты ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Фирҙәт Ғабдулхаҡ улы ӘХТӘМОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, яҡындарыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нурзиә, улдарың Альберт, Ильяс, ҡыҙың Альбина, килендәрең Индира, Дарья, кейәүең Радик, ейәнсәрҙәрең Самира, Азалия, Розалия, Риана һәм ейәнең Арыҫлан.

Автор:
Читайте нас