

Зәк-Ишмәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ - Фәғәл Зәкәриә улы РӘХИМОВты күркәм байрамы - 70 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған яҡты, матур теләктәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ. Сабырлығың, миһырбанлығың, саф күңеллелегең өсөн беҙ һиңә рәхмәтле. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, яҡлаусыбыҙ һәм һаҡлаусыбыҙ. Һинең кеүек тормош юлдашы, әтей һәм ҡартәтей булыуы, беҙҙең өсөн оло бәхет, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ ул. Әнейебеҙгә ныҡлы терәк, балаларыңа һәр саҡ ярҙам ҡулыңды һуҙыусы әтей, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан һәм ҡәҙерле ҡартәтей. Беҙҙе үҫтереп кеше иткәнең, биргән тәрбиәң, йылы һүҙҙәрең өсөн мең рәхмәт һиңә. Гел шулай беҙҙең терәгебеҙ булып, иҫәнлектә-һаулыҡта, таҙалыҡта-байлыҡта, әней менән бергә, бер-берегеҙҙең күңел аҡлығын, йән йылыһын, тойоп тигеҙлектә, шатлыҡ-һөйөнөстә, оҙон-оҙаҡ бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотлап һине юбилейың менән,
Яҡты ҡояш һипһен йылыһын,
Һинең өсөн алып килһен һәр көн.
Бәхеттәрҙең иң-иң олоһон.
Яҡты өмөт, оло шатлыҡтар
Һәр саҡ һиңә юлдаш булһындар.
Уңыштарҙан килгән ҡыуаныстар,
Күңел күгең биҙәп торһондарю
Ихлас теләктәр менән тормош иптәшең Әлфиә, балаларың Эльвир, Гөлназ, Айнур, Илгиз, килендәрең Эльмира, Альмира, кейәүең Ринат һәм ейән-ейәнсәрҙәрем Артур, Айҙар, Тимур, Инсаф, Эмилина, Азалия, Самира.