Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Октябрь 2023, 04:38

Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Ахунйән БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ.

Беҙҙең менән һин дә бәхетле булБеҙҙең менән һин дә бәхетле бул
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ахунйән Бәйтүрә улы БИКМАЕВты оло юбилейы – 65 йәше тулыу менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Беҙҙең изгелектәребеҙгә һөйөнөп, уңыштарыбыҙға шатланып, тән сәләмәтлегендә, оҙон-оҙаҡ Әлфирә апай менән йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул тормошта йәшә.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлшат, Альбина, кейәүҙәрең Румил, Ринат, ейәндәрең Айбулат, Аяз, ейәнсәрҙәрең Айзилә менән Луиза.

Автор:
Читайте нас