Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Октября 2023, 08:17

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Гөлнара ХӘМИТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Яңы Таймаҫ ауылы.

Ҡәҙерле еңгәбеҙҙе Гөлнара Әхмәт ҡыҙы ХӘМИТОВАны матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Еңгәбеҙ тырышлығы, көслө рухлы булыуы, намыҫлы хеҙмәте менән ихтирамға лайыҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның, бешергән аш-һыуы, бәлештәре телеңде йоторлоҡ. Килсәктә лә уға тормоштан йәм табып, балаларының игелеген күреп, бәхет-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ! Еңгә, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, ҡайғы-ғәсрәтһеҙ көндәр теләйбеҙ. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға төрөлөп.
Ябай, сабыр, оло йәнле бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнешең Заһир, килендәшең Зәлиә, Әминә. 

Автор:
Читайте нас