Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Октябрь 2023, 07:05

Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа

Эльвира ӘЛИЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙаБеҙ бәхетле ерҙә һин барҙа
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа

Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙҙе - Эльвира Зөфәр ҡыҙы ӘЛИЕВАны тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә тәү сиратта һаулыҡ теләйбеҙ, күңелең гел тыныс булһын, унда гел бәхет ҡоштары һайраһын. Беҙҙе ҡыуандырып, тормошобоҙға йәм өҫтәп, уның уртаһында ҡайнап, оҙон-оҙаҡ йәшә!

Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һине яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм тормош иптәшең Зиннур.

Автор:
Читайте нас