

Һеҙҙе донъялағы иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе - Уҡыусылар көнө менән класташтар исеменән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Беҙгә биргән белемегеҙ, күңел йылығыҙ, алсаҡ йөҙөгөҙ әле булһа оҙатып йөрөй. Йәш кенә булыуығыҙға ҡарамай, һәр беребеҙгә уртаҡ тел таба белдегеҙ, дәрт өләштегеҙ, киләсәккә ҡарай маҡсат ҡуйҙығыҙ. Шаян, шуҡ малай-ҡыҙҙарҙан тормош мәғәнәһен аңлаған, һәр бер эшкә яуаплы ҡараған шәхес үҫтерҙегеҙ!
Бөгөнгө көндә һәр беребеҙ ныҡлы баҫып, ышаныслы атлай тормош юлын! Һеҙ беҙҙең өсөн тоғро дуҫ, терәк-таяныс! Әле булһа кәңәш һорап һеҙгә барабыҙ. Уҡытыусы һәм остаз йылы нәҡ һеҙҙең өсөн иғлан ителгән төҫлө!
Баш эйәбеҙ һеҙҙең алда! Оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һеҙгә!
Класташтары исеменән Ләйсән Аҙнабаева.