Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Октябрь 2023, 08:49

Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Ләлә ЮНЫСОВАны ҡотлайбыҙ! 

Тыуғанһың һин бары яҡшығаТыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Яманһары ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, хеҙмәт ветераны ордены булған, һөйөклө Ләлә Ғәзиз ҡыҙы ЮНЫСОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡайнар йөрәктән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, намыҫлы хеҙмәт менән үткән ғүмер юлың оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар, туғандар ихтирамында, беҙ – балаларың игелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән улдарың Марат, Марсель, киленең Гөлнара, ейәндәрең Тимур, Алмаз, ейәнсәрҙәрең Зимфира, Алһыу, Алина һәм яҡындарың Фаил, Резеда, Камил, Гөлшат, Роза, Лилиә, Рәйсә.

Автор:
Читайте нас