Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Октябрь 2023, 07:30

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Илшат ИСЛАМҒОЛОВты ҡотлайбыҙ! 

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһынКүңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн бик ғәзиз, кәрәкле кешебеҙ, улым, абзыйым Илшат Ишбулды улы ИСЛАМҒОЛОВты 55 йәшлек матур юбилейы, ғүмер байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ уңған, тынғыһыҙ, сабыр йөрәкле, хәстәрлекле атай һәм ғаилә терәге. Тормошта, ғаиләлә күп нимәләргә өлгәштең, алда әле тағы ла пландарың ҙур. Аллаһы Тәғәлә һиңә ҡеүәт, көс биреп, алдыңа ҡуйған һәр бер маҡсатыңа ирешергә насип итһен. Ғаиләлә һинең өлгәшкән уңыштарыңды хуплап, аҡыллы кәңәштәрен биреп, һине дәртләндереп тороусы ҡатының Гөлшат килен һәм аҡыллы, тәүфиҡлы балаларың, тыңлаусанлыҡтары, хөрмәт итеүҙәре һине тағы ла яңы уңыштарға өлгәшеүеңә дәрт, көс өҫтәйҙәр.
Тормоштоң бөтә матурлыҡтарын, яҡшылыҡтарын бүләк итеп, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, шатлыҡҡа, ҡыуанысҡа тулы ғүмер юлы теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Иң изге теләктәр менән әнәйең, һылыуҙарың Эльвира, Гөлфирә, кейәүҙәрең Ильвир, Руслан һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас