

Ошо уңайҙан беҙ коллегабыҙҙы ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Йәмәғәт, мәҙәниәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, Ялсыҡай ауылында күп йылдар депутат булған, әүҙем хеҙмәттәшебеҙгә киләсәк көндәренең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығының шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәүен теләйбеҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, яҡындарығыҙ изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙегеҙҙе ныҡлы сәләмәтлектән, илаһи моңобоҙҙан, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективы исеменән етәксеһе Айзилә Альберт ҡыҙы Юлуева.