Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
7 Октябрь 2023, 05:47

Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ

Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВАға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡҺинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ
Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәҙинә Рауил ҡыҙы ҠУНАҠҠОЛОВАны матур юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, иткән изгелектәрең өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һин беҙгә әсәй ҙә, атай ҙа урынында булдың, яҙмыш һынауҙарына баш эймәнең, беҙҙе оло тормош юлына сығарҙың. Һинең менән донъябыҙ йәмле, яныңа һәр саҡ ашҡынып ҡайтабыҙ. Киләсәктә лә өйөбөҙ утын һүндермәй, беҙгә кәрәк һәм терәк булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Һиңә оҙон, бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Һинең тормош юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт тибеҙ, ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер - беҙгә ғорурлыҡ.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Динә, улдарың Радик, Илдар, киленең Рима, ейәндәрең Илназ, Тимур, Әмир, Рамзан һәм ейәнсәрең Ралина. 

Автор:
Читайте нас