

Ҡәҙерле кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Илшат Ишбулды улы ИСЛАМҒОЛОВты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һин ышаныслы ғәилә башлығы, ныҡлы терәк, көслө рухлы кешелекле һәм кеселекле, намыҫлы, йомарт һәм ярҙамсылһың! Һәр ваҡыт шулай булып ҡал. Теләктәрең уң, барыр юлдарың оҙон, тормош күгең аяҙ, күңелең тыныс, донъяң түңәрәк, бәрәкәтле эштәрең уңышлы, һаулығың ныҡлы, бәхетең тулы атыр таңдарың нурлы булһын. Ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Гөлшат менән бәхетле тигеҙ ғүмер итегеҙ. Киләсәктә йортоғоҙҙоң ҡото, терәге булып балалар ҡыуанысын да хөрмәтендә генэ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, ҡотло булһын байрамың.
Олатай өлөсәйен ҡотларға ҡайтҡан ейәне Әминәгә лә бөгөн 3 йәш. Әминә аҡыллы, бәхетле, ҡәҙерле, һөйөклө бул.
Ҡотлау менән Саттаровтар ғаиләһе.