

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Мәҙинә Рауил ҡыҙы ҠУНАҠҠОЛОВАны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙ, уның яҡындары, уны ошо күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхеттәр генә теләйбеҙ! Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә өләшеп, башҡаларға үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтәһең. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡлы, мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ! Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың –яҡты, күңелең – тыныс булһын. Артабан да бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Ябай, сабыр, оло йәне бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Илһам, киленең Фәнүзә, улдарың Фидан һәм Вилдан.