

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз тормош иптәшем, әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәсилә Халил ҡыҙы ӘБДҮЛМӘНОВАны күркәм юбилейы - 65 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Көслө рухлы, кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл кешебеҙгә тыуыр таңдарының тыныс, һаулығының ныҡлы, ғүмеренең бәхетле үтеүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме булып, балаларыңдыңн, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп, тормош иптәшең, әтиебеҙ менән бергә, иңгә-иң терәшеп, бәхетле, оҙон ғүмер кисерергәа яҙһын.
Әсәйебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, әсәй,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ер йөҙөнең бөтә матурлығын
Килә hиңә бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә,
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Һиңә һис тә еңел булмағандыр
Үтеүҙәре тормош юлдарын.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ
Теләй һиңә ҡыҙ һәм улдарың.
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Раил, улың Рөстәм, киленең Эльвира, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Ғайса, ейәнсәрҙәре Лилиана, Азалия, ейәне Данияр.