Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Октябрь 2023, 04:24

Бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә!

Минзәлә АБДУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә!Бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә!
Бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә!

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әхирәтебеҙ Минзәлә Минимырҙа ҡыҙы АБДУЛЛИНАға – 60 йәш булды.
Беҙ йәш кенә ҡыҙҙар, барыбыҙ ҙа КүмАПП заводында эш башланыҡ. Бик күңелле итеп эшләнек. Эш күп, йәштәр күп, завод гөрләп тора. Йәш ваҡытыбыҙ бик күңелле үтте – йырлы, моңло, гармунлы булды. Барыбыҙ ҙа тырышып эшләнек, пенсия йәшенә етеп, хаҡлы ялға сыҡтыҡ.
Әхирәтебеҙ тормош иптәше Ринат Мазһар улы Абдуллинды ла заводта осратып, тормошҡа сыҡты. Бик матур тормош юлы үттеләр улар. Ҙур, матур өй һалып сыҡтылар. Ике улдары тыуҙы. Ике улын уҡытып, дипломдар алдырып – матур тормош юлына сығарҙылар. Күңелле матур туйҙар үткәрҙеләр, килендәр төшөрҙөләр.
Улар әле лә сафта, икеһе лә эшләп йөрөйҙәр. Баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр, картуф ултырталар. Ҡаҙ-өйрәк, себештәр үҫтерәләр. Ишек алды гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Гел дә ейән-ейәнсәрҙәр тауышы яңғырап тора. Бик тә күңелле. Ринат Мазһар улының матур шөғөлө лә бар –уңған умартасы. Ул үҙе лә бал ҡорто һымаҡ, бик уңған кеше! Беҙ әхирәттәр һаман да осрашып, һөйләшеп, ҡунаҡҡа саҡырышып торабыҙ!
Әхирәтебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылыһы менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарының күңел йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын!
Ғүмер йомғағы шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелендәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын.
Ҡәҙерле әхирәтебеҙ, һәр ваҡытта ла шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, етеҙ булып ҡал! Хоҙай һине күңел тыныслығынан, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенән айырмаһын.
Иң изге теләктәр менән йәш ваҡыттан ошо көнгә хәтлем бергә булған әхирәттәрең – Минзәлә Баширова, Тәскирә Әбйәлилова.

Автор:
Читайте нас