Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Октябрь 2023, 06:48

Яҡты булһын һәр таңың

Вәли ИСХАҠОВты ҡотлайбыҙ!

Яҡты булһын һәр таңыңЯҡты булһын һәр таңың
Яҡты булһын һәр таңың

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Вәли Ямалый улы ИСХАҠОВты 65 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, йөрәк түренән үткән иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Киләсәктә тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар араһында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, беҙгә ныҡлы терәк булып, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙең менән бергә оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә Хоҙай Тәғәлә насип итһен! Киләсәк тормошоңда ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Яҡты булһын һәр таңың,
Ҡыуаныстар, бәхет-шатлыҡ менән,
Үтһен һинең ғүмерең.
Байрамың менән ҡотлайбыҙ,
Теләйбеҙ бәхет кенә.
Нурланып торһон йөҙҙәрең,
Йылмайып көлөп кенә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
Ҡосаҡ-ҡосаҡ бөтмәҫ ҡыуаныстар,
Тейәп килһен тыуыр таңдарың!
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың исеменән тормош иптәшең Резида, ҡыҙҙарың Вәсилә һәм Розалина, кейәүҙәрең Илнар һәм Өлфәт. 

Автор:
Читайте нас