Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Октябрь 2023, 04:01

Һинең алда баш эйәбеҙ

Рәмилә АБДРАХМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Һинең алда баш эйәбеҙҺинең алда баш эйәбеҙ
Һинең алда баш эйәбеҙ

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һылыуыбыҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ Рәмилә Фәрит ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны матур байрамы – 65 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Рәмилә апай! Йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҙай Тәғәләм үҙеңде һаулыҡтан айырмаһын. Туғандарыңдың, дуҫтарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә насип булһын. Апай, йөҙөңдән йылмайыу, йәшәү дәрте һүрелмәһен. Гәрәй еҙнәбеҙ менән бер-берегеҙгә кәрәк, терәк булып ғүмер юлығыҙҙы бергә үтегеҙ! Әтейебеҙҙе һуңғы көнөнә тиклем матур итеп ҡарап тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.
Апай, берҙән-бер улың Фаилды юғалтыу ҡайғыһын йөрәк түреңдә йөрөтһәң дә, тормоштан йәм табып йәшәүеңә, матур кәңәштәр, йылы һүҙҙәреңде йәлләмәйенсә, һәр беребеҙҙең шатлығын да, ҡайғыһын да йөрәгең аша үткәреп, беҙгә йәшәү өсөн көс, дәрт биргәнең өсөн бик ҙур рәхмәт!
Алдағы йылдарҙа ла бик күп юбилейҙарыңды күрергә насип булһын! Тыуған көнөң менән, апай!
Ҡояш кеүек йылы күңелдәрең,
Ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың.
Әнәйебеҙ кеүек, күҙ йәштәрең һөртөп,
Киткән саҡта оҙатып ҡалаһың.
Иң изге теләктәр менән апайың Рәхилә, абзыйың Марат, һылыуың Райхана, мырҙаң Рафиҡ һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас