Яманһары ауылында тыуып үҫеп, әле Күмертау ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле, донъялағы иң яҡын кешебеҙ - ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Альфира Сәғит ҡыҙын 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын, ҡәҙерлебеҙ. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
Һине өҙөлөп яратыусы тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең.