Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Октябрь 2023, 05:09

Барыһы өсөн дә рәхмәт

Салауат БИКМАЕВҡа иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Барыһы өсөн дә рәхмәтБарыһы өсөн дә рәхмәт
Барыһы өсөн дә рәхмәт

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Салауат Юнир улы БИКМАЕВты ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең менән бергә, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Лариса, ҡыҙҙарың Камила, Сөмбөл, улың Урал.

Автор:
Читайте нас