Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Октябрь 2023, 05:44

Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ

Салауат БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ!

Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡҺинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улым, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ Салауат Юнир улы БИКМАЕВты ихлас күңелдән тыуған көнө, матур байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ошо байрамың айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр һәм яуаплы эшеңдә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Беҙҙең Салауат өлгөлө атай ҙа ул, киленебеҙ Лариса менән матур йәшәйҙәр һәм өс балаға ғүмер бүләк иттеләр. Камила менән Сөмбөл ҡыҙҙарығыҙға, Урал улығыҙға матур тәрбиә биреп үҫтерәһегеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле, тырыш, ярҙамсыл булып ҡал. Тормош иптәшең менән матур донъяларығыҙҙа үҫтергән балаларығыҙҙың ҡыуаныс шатлыҡтарын күреп, уларға терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә булһын Алла бирһә.
Салауат Юнир улына ныҡлы һаулыҡ, эшендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Һәр ваҡытта ла ошолай миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен!
Һинең тормош юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ!
“Рәхмәт” тибеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән әнәйең Фәриҙә Карамат ҡыҙы, апайҙарың Фина, Зөлфиә, еҙнәләрең Борис, Ғәлимйән, абзыйың Азамат, еңгәң Раушания, һылыуың Альбина, кейәүең Мөслим һәм бәләкәй туғандарың.

Автор:
Читайте нас