

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, класташыбыҙ - Салауат Юнир улы БИКМАЕВты – 50 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, егәрле, ярҙамсыл, өлгөр класташыбыҙға байрамы уңайынан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Беҙ һине алсаҡ, тормош яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың менән хөрмәт итәбеҙ. Һине матур ғүмер байрамың менән тәбрикләп, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә Хоҙай!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән класташтары исеменән Самат Мәҡсүтов.