Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
19 Октябрь 2023, 04:44

Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!

Миниса ӘБСӘЛӘМОВАны ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!
Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!

Оҙаҡ йылдар Зәк-Ишмәт ауылында йәшәп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Миниса Рәжәп ҡыҙы ӘБСӘЛӘМОВАны ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, тормош юлың һинең балҡып торһон, бәхет, шатлыҡ булһын күңелеңдә, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Беҙҙең өсөн йөрәк йылың бүлеп,
Күҙ нурҡайҙарыңды түккәнһең.
Күтәрмәҫтәй йөктө күтәргәнһең,
Оҙон тормош юлын үткәнһең.
Һәммәбеҙҙең изгелеген күреп,
Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!
Шатлыҡ менән, сәләмәтлек менән,
Беҙҙе ҡыуандырып йөҙ йыл йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнил, улдарың Рәмил, Артём, ҡыҙҙарың Гөлназ, Гүзәл, киленең Әминә, кейәүҙәрең Ринат, Флюр һәм ейән-ейәнсәрҙәрең

Автор:
Читайте нас